Алынған мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡта уҙған ял көндәрендә йәш полицейский үҙ-үҙенә ҡул һалған. 22 йәшлек хоҡуҡ һаҡсыһының мәйетен Артем урамында урынлашҡан күпҡатлы йорт тәҙрәләре аҫтында табып алғандар
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге, был ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау буйынса хеҙмәт тикшереүе уҙғара.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә йәш кешене был аҙымды яһарға нимә этәреүен асыҡларға кәрәк буласаҡ.