Ваҡиғалар
10 Августа 2021, 06:44

Фото төшөргә яратһаң, нимәгә генә бармайһың...

Фотосессия ваҡытында ҡыҙ кеше Lada Priora автомобилендә фотографты тапатҡан.

Һамар өлкәһендә фотосессия ваҡытында ҡыҙ кеше Lada Priora автомобилендә фотографты тапатҡан.

Был хәл Кинель районының Октябрск поселогында була. Йәш пар яланда күбәләр араһында фотосессия  ойошторорға була. Йәш кеше күбәгә менә, ҡыҙ кеше уны уратып машинала йөрөй.

28 йәшлек егет кадрҙар яһағанда, ҡыҙы руль менән идараһын юғалта, һөҙөмтәлә егетте тапай, егет тәгәрмәстәргә урала. Йәш кешене ҡотҡарыусылар махсус инструменттар ярҙамында ғына тәгәрмәстән ысҡындыра алалар. Ауыр хәлдә дауаханаға алып баралар, алған йәрәхәттәрҙән шәбәйерме-юҡмы – билдәһеҙ?!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас