Ваҡиғалар
10 Августа 2021, 14:20

Ҡыҙҙы һөйрәтеп алып барып, урманда ташлап киткән

Башҡортостандың Юғары суды Башҡортостанда һәм Свердлов өлкәһендә енәйәт ҡылған маньякка сығарылған ҡарарҙы ҡайтанан ҡараны.

 Ул 20 йыл элек беҙҙең республикала 11 кешене үлтереүҙә ғәйепләнгән ине.

Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса комитеттан хәбәр итеүҙәренсә, 45 йәшлек Евгений Петров 2005 йылдан алып Свердлов өлкәһендә 10 ҡатын-ҡыҙҙы үлтергәне өсөн ғүмерлеккә төрмәгә ябылған булған. Былтыр уның тағы ла бер енәйәте дәлилләнгән. 2001 йылдың майында Дыуан районында 16 йәшлек бер ҡыҙҙы кәрәк урынға алып барып ҡуйырға тәҡдим яһаған. Урлап алып киткән ҡыҙҙы көсләгәндән һуң үлтергән. Һуңынан ҡыҙҙың кәүҙәһең тросҡа бәйләп, машинаһында һөйрәтеп алып барып, урманда ташлап киткән. Был ҡыҙҙың кәүҙәһен 2001 йылдың сентябрендә тапҡандар.

Салауат районы суды ҡыҙҙы үлтергәне өсөн 12 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығара. Республиканың Юғары суды хөкүм ҡарарын ҡарағандан һуң яза ваҡытын 11 йыл да 10 айға тиклем кәметкән. Ләкин шул уҡ ваҡытта 10 ҡатын-ҡыҙҙы үлтергәне өсөн ғүмерлеккә хөкүм ителеүе тураһындағы ҡарар үҙгәрмәгән, үҙ көсөндә ҡалған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас