

Был хәл кисә, 13 август, Ҡырмыҫҡалы ауылында була. "Шевроле Авео" автомобиле Вәхитов урамы буйлап китеп барған.
Ҡапыл водитель машина менән идаралығын юғалта һәм юл ситенә төшөп, түңкәрелә. Юл фажиғәһендә алынған йәрәхәттәрҙән водитель дә, пассажир ҙа вафат була.
Килгән табиптар тик уларҙың үлемен генә билдәләгән.
Төркөмдәштәр, зинһар өсөн, тиҙлек режимын үтәгеҙ! Нисек булырын бер кем дә белмәй! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар