Ваҡиғалар
14 Августа 2021, 08:45

Тағы юл фажиғәһе. Тағы ҡорбандар

БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбә итеүенсә...

Тағы юл фажиғәһе. Тағы ҡорбандарТағы юл фажиғәһе. Тағы ҡорбандар
Тағы юл фажиғәһе. Тағы ҡорбандар

Был хәл Бүздәк районында кисә булған. М-5 "Урал" трассаһының 1361-се километрында Өфөнән ВАЗ-2107 машинаһының 81 йәшлек водителе, "Howo" йөк машинаһына бәрелә.

Һөҙөмтәлә, еңел автомобилдең водителе урында уҡ вафат була, пассажиры, 46 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатыла, әммә иҫенә килмәй, дауаханала йән бирә.
Был фажиғә буйынса тикшереү эштәре башланған.

ЮХХДИ билдәләүенсә, һуңғы тәүлек эсендә 14 юл фажиғәһе теркәлгән, 4 кеше һәләк булған, 18 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас