Ваҡиғалар
18 Августа 2021, 11:33

Йөҙ мең отҡоң киләме?


Тейешле ҡарарға премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

 "Был сара Вакцина яһатҡандарҙың берҙәм реестры нигеҙендә 2021 йылдың 1 сентябренән 1 декабренә тиклем уҙғарыла. Бөтәһе 1 мең еңеүсе билдәләнә. Һәр береһенә 100-әр мең һум бирелә", - тиелә хөкүмәт белдереүендә.

Отош тураһында дәүләт хеҙмәттәре порталында белергә мөмкин. Бынан тыш, еңеүселәргә push-хәбәрҙәр ебәрелә.

Аҡса "Мир" карталарына күсерелә. Лотереяла 18 йәше тулған граждандар ҡатнаша ала.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас