Өфөлә йәшәгән 35 йәшлек ҡатын, "ИЖ" машинаһын урлағандар тип, полицияға мөрәжәғәт итә.
Билдәле булыуынса, быға тиклем, урлау өсөн, хөкөм ителгән 26 йәшлек ир, машина асыҡ тороуын күреп, йөрөп килергә була. Асҡыстың урында булыуын белеү менән, ултырып сығып китә.
Тик, водитель машина менән идараһын юғалтып, аварияға эләгә һәм машинаны ҡалдырып, ҡасып китә. Бәхеткә, полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең эҙенә төшә һәм уны ҡулға ала. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Автомобилде штрафстоянкаға бикләгәндәр.




