Ваҡиғалар
28 Августа 2021, 11:50

Коронавирус арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалған

Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын пандемияға бәйле биреләсәк  компенсацияны алам тип, 63 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google

 

Уны был аҙымға  “таныш” ҡатын кеше этәргән.  Ҡатын социаль селтәр аша хат яҙған танышының бөтә әйткәндәрен теүәл үтәгән: картаһының мәғлүмәттәрен биргән, бер нисә тапҡыр операция башҡарылыуы тураһында кодтарҙы ебәргән һәм үҙенә компенсация күсеүен көткән. Уйламай эшләгән аҙымдары арҡаһында ул байымаған, ә, киреһенсә, картаһында ятҡан 63 мең һумын юғалтҡан ғына.  Баҡтиһәң, ул таныш ҡатын менән түгел, ә  танышының страницаһын ватҡан  мошенниктар менән аралашҡан икән.

Автор:Айгул Клысбаева