

Был хәл 29 августа Ростов өлкәһе Волгодонск ҡалаһы ковид-гоститалендә булған.
Күп ҡатлы дауахананың һуңғы ҡатында урынлашҡан реанимация бүлегендә ауыр хәлдәге ауырыуҙар ятҡан. 57 йәшлек Сергей ҙа шундайҙар иҫәбендә булған. Ул бик оҙаҡ дауаланып, хәле инде яҡшырыуға барған. Уны ИВЛ аппаратынан алғандар, кислород битлеге менән тын алған. Ирҙең дауаханан ҡасыу ниәте быға тиклем дә булған, уны хеҙмәткәрҙәр тотоп алған. Хатта уны карауатҡа ҡуша бәйләп тә һалырға мәжбүр булғандар.
Фажиғә көнөндә медиктарҙың инеп, тейешле процедураларҙы башҡарыуы билдәле. Улар сыҡҡас, ир, ҡулдарын ысҡындырып, асыҡ тәҙрәгә йүнәлгән, күрәһең. Эҫе булғас, тәҙрәләр асыҡ торған.
Дауаханаға кислород килтергән водитель тәҙрә яғына тотоноп торған ирҙе күреп ҡала. Әммә бер нисә секунд үтеүгә, ир ерҙә ятҡан. Алған йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән бирә.. Пациенттың үлеме буйынса тәфтиш эштәре башланған.
Билдәле булыуынса, ковид-госпиталдәрҙә бындай хәлдәр йыш осраҡ икән.
Подробнее: https://bloknot-volgodonsk.ru/news/iz-okna-reanimatsii-kovidnogo-gospitalya-vypal-i-n-1384091