Ваҡиғалар
2 Сентября 2021, 06:35

Йәштәр яратып ашаған ризыҡ ике баланы теге донъяға ебәргән

Ниндәй ризыҡ һуң ул?

Йәштәр яратып ашаған ризыҡ ике баланы теге донъяға ебәргәнЙәштәр яратып ашаған ризыҡ ике баланы теге донъяға ебәргән
Йәштәр яратып ашаған ризыҡ ике баланы теге донъяға ебәргән

Был хәл Красноярск крайында булған.

Кафела официант булып эшләгән ҡатын, өс балаһына эштән роллы алып ҡайта. Кискеһен ашайҙар, иртәнсәк барыһы ла яҡшы була, тип һөйләй ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә. Ололар эшкә китә.

Кискеһен эштән ҡайтҡан өләсәһе 4 йәшлек ейәнен һәм 6 йәшлек ейәнсәрен үле килеш табып ала. Тағы бер ейәнсәре ағыуланыу менән дауаханаға оҙатыла.

Балаларҙың үлеменең сәбәбе нимәлә икәнен әле судмедэкспертизаға асыҡларға кәрәк. Ҡатын эшләгән кафела тикшереү эштәрен башлағандар.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас