+18 °С
Ясно
33 йәшлек ҡатын ире менән Мишкә районында йәшәгән атаһына ҡунаҡҡа килә. Табын артында 64 йәшлек ир ҡыҙы менән, кем араҡыға бара, тип бәхәсләшеп китә һәм шешәне ватып, ярсығы менән ҡыҙының ике ҡулын да яралай. Ҡатын ҡасып китә һәм полицияға хәбәр итә, унан медиктарға.
Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса һаулыҡҡа уйлап еңелсә зыян килтергән һәм үлем менән янаған өсөн енәйәт эше асылған.