Ваҡиғалар
6 Сентября 2021, 07:50

Тиҙ һәм еңел печенье рецепты

Был тәмлекәсте бешереү өсөн 

Тиҙ һәм еңел печенье рецептыТиҙ һәм еңел печенье рецепты
Тиҙ һәм еңел печенье рецепты

Был тәмлекәсте бешереү өсөн, 1 дана йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан үҫемлек майы, 10 грамм ваниль шәкәре, 1 балғалаҡ разрыхлитель һәм 1,5 стакан он кәрәк була.

Һауытҡа йомортҡаны һытып, уға шәкәр ҡомон, ваниль шәкәрен, үҫемлек майын өҫтәп, ҡуйы бал консистенцияһына еткәнсе бутайбыҙ. Шунан ондоң яртыһын һәм разрыхлитель өҫтәйбеҙ ҙә, ҡалаҡ менән болғатабыҙ. Һуңынан ҡалған ондо һалып, ҡамырҙы ҡул менән баҫып ҡуябыҙ.

Противеньға пергамент ҡағыҙын түшәйбеҙ. Ҡамырҙан грек сәтләүеге ҙурлығында шариктар эшләп, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибеп, противеньға һалабыҙ.

Печеньеларҙы 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 10-15 минут бешерәбеҙ!

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас