

Мәскәүҙә бер ғаиләнең "Магнит" магазинынан ҡарбуз алып ҡайтыуы, уны ашаған өләсәй менән ейәнсәрҙең ғүмере өҙөлөүе, тикшереүҙәр барыуы хаҡында яҙғайныҡ. Роспотребнадзор ағыулы ҡарбузда бөжәктәрҙе үлтереү өсөн ҡулланылған матдә булыуын асыҡлаған.
Үҙәк баҫмаларҙан алған мәғлүмәт буйынса, үлемдә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Был 39 йәшлек ир - шәхси компания хеҙмәткәре. Улар "Магнит" магазины бинаһын зарарһыҙландырыу буйынса эшкәртеүҙәр үткәргән. Дезинсекция өсөн ҡулланылған матдәнең аҙыҡ-түлеккә эләгеү мөмкинлеге фаразлана. Әле енәйәттә ғәйепләнеүсе менән тәфтиш комитеты шөғөлләнә, унан һорау алына.