Ваҡиғалар
15 Сентября 2021, 05:25

Янғында үҫмер һәләк булған

Әлегә янғындың сәбәбе асыҡланмаған.

Янғында үҫмер һәләк булғанЯнғында үҫмер һәләк булған
Янғында үҫмер һәләк булған

Башинформ мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә, Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылында үткән төндә теркәлгән янғында 2006 йылғы үҫмер һәләк булған.

Янғын хаҡында хәбәр алыу менән райондың ирекле янғын һүндереү командаһы килеүгә, өйҙө ут тулыһынса ялмап алған була. Янғын менән көрәшкә МЧС-тан 9 кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителә. Янғынды һүндергәс, үҫмерҙең кәүҙәһенә юлығалар. Әле урында ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы үтә. Янғындың сәбәбен асыҡлау буйынса эштәр башланған.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас