

Киров өлкәһендә ракета полкында хеҙмәт иткән һалдаттың урманда юғалыуы тураһында мәғлүмәт сыҡҡайны. Егеттә Калашников автоматы булған . Әммә уның зарядһыҙ булыуы билдәле.
Ике фараз: береһе - ул ҡасҡас, икенсеһе - урманда аҙашҡан ( ул командирҙан бәшмәк ҡарайым тип һораған булған). Һалдат хеҙмәттәштәре менән конфликтҡа инмәгән, командирҙарының да уға ҡарата фекере яҡшы.
Эҙләүгә кинологтар йәлеп ителгән, тик ямғырҙар эҙ табыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырған.
Һәм бына, ниһайәт, бер нисә көн урман буйлап йөрөгән һалдат эҙләүсе патрулгә үҙе юлыҡҡан. Эҙләүселәр уның автоматын алып, медчастҡа алып барған.
Һалдат аңлатыуынса, ул ысынлап та бәшмәк ҡарай башлаған. Азартҡа инеп, урман эсенә төпкәрәк китеүен дә шәйләмәгән. Иҫенә килеп, кире сығырға маташһа ла, юлды таба алмай. Үҙен эҙләп ҡасҡырған тауыштарҙы ла ишетә ул, тик урмандағы шаңдау уны тағы ла нығыраҡ буталдыра. Һөҙөмтәлә, тамам аҙаша һалдат. Урмандан сығыу юлын эҙләүҙе туҡтатмай. Хатта айыуға тап була. Ярай ҙа тегеһе ас булмай, күрәһең, зарядһыҙ автоматты тоҫҡаған егет менән булышып тормай, борола ла китә. Тик урман еләктәре менән туҡланған һалдат биш көн эсендә 12 кг ауырлығын ташлаған.