Ваҡиғалар
16 Сентября 2021, 09:40

"Тере" урыны ҡалмаған...

Һөҙөмтәлә ир һәләк булған

"Тере" урыны ҡалмаған..."Тере" урыны ҡалмаған...
"Тере" урыны ҡалмаған...

Бөгөн иртәнсәк Әбйәлил районының Аҫҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлының 16-сы километрында үлемесле авария булған.

 Булған мәғлүмәттәр буйынса, Renault Logan автомобилендә китеп барған 39 йәшлек ир машина менән идараһын юғалтып, уң яҡтан юл ситенә төшөп түңкәрелә. Водитель алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ һәләк була, уның 34 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Был хәл буйынса тикшереү эштәре башланған, тикшереү барышында фажиғәнең сәбәбе һәм шарттары билдәләнәсәк.

Фото: ИА Башинформ 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас