Өфөнән урам һепереүсе Юрий Ветлугин 16 сентябрҙә Мәскәүҙә GQ баҫмаһынан «Йыл ир-егете» премияһының абруйлы ҡунағы булды. Был турала ул «Инстаграм» социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте. «Кисә мин Өфө урамдарын һепереп йөрөнөм, ә бөгөн иһә GQ баҫмаһынан «Йыл ир-егете» премияһының абруйлы ҡунағы. Бомонд менән күңел асам, фотоға төшәм. Шәп!» - тип яҙҙы Юрий.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң ауыр яҙмышлы урам һепереүсеһе дуҫы, фотограф Роман Филиппов ойошторған фотосессиянан һуң танылыу яуланы. Ғәҙәти булмаған образда Юра Голливуд актеры Мэттью Макконахиға оҡшап китте, шуның менән ул бөтәһенең дә иғтибарын үҙенә йәлеп итте һәм GQ журналының геройына әүерелде.
Юра өсөн бик шатбыҙ!

