Ваҡиғалар
17 Сентября 2021, 07:50

“Респондент өйҙә булһын – Перепись үтер еңел!”

Бөтә илдә, шул иҫәптән Ейәнсура районында ла 1 августан 30-ына тиклем Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу – 2021 үтте. Иҫәпкә алыусылар әйтеүенсә, микроперепись ваҡытында төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булып бөткән. Был ваҡиғалар һәм переписчиктарҙың шиғырҙары, бәйге фотолары менән сайтта танышырһығыҙ.

Бөтә илдә, шул иҫәптән Ейәнсура районында ла 1 августан 30-ына тиклем Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу – 2021 үтте. Беҙҙең район 23 иҫәпкә алыу участкаһына бүленеп, уларҙа 23 иҫәпкә алыусы һәм дүрт инструктор эшләне, инструктор участкалары Иҫәнғол һәм Иҙелбәк ауылдарында ойошторолдо.

Иҫәпкә алыусылар әйтеүенсә, микроперепись  ваҡытында төрлө ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булып бөткән.

Уларҙың һөйләүенән:

“80 шәхси хужалыҡ араһында беренсе тапҡыр сәтләүек ағасы фундук осраны. Ғәҙәти булмаған тоҡомло, оҙон, тап страустыҡы һымаҡ аяҡлы күркәләр аҫыраған хужалыҡ тура килде. Шул тиклем матур, иҫ киткес сәскәләргә күмелеп ултырған йорттар күп. Шулай уҡ йорттары кеүек үк ихлас, асыҡ, ишек алдындағы һәр үләнде белгән   хужалар танышырға яҙҙы. Уларҙан төрлө культуралары үҫемлектәр үҫтереү, баҡсаны дөрөҫ ҡарау серҙәре белдек, баҡсаларында үҫкән үләндәрҙән нисек шифалы сәй әҙерләргә өйрәндек.  Тағы ла үҫтерелгән һигеҙ көнлөк һолонан составында 90 төр микроэлемент булған шифалы эсемлек әҙерләп булыуын белдек.

Бына шундай беҙҙә ауылдаштар! Егәрле, хеҙмәт һөйгән, һәр яҡлап үҫешкән!”

“Кәйефте күтәреү өсөн биш көн эшләгәс булған ҡыҙыҡ хәл: шул тиклем арыу сигенә етеп, артабанғы респондентға инәм һәм әйтәм: Хәйерле көн! Сельскохозяйственная переКись!

Хужабикә менән һен ҡатҡансы көлдөк”.

“Бер йорт алдында шундай таҡтасыҡ эленеп тора ине:

Бик уҫал эт!

Бик уҫал хужабикә!

Бик уҫал балалар!”

“Әхирәтем менән бер йортҡа индек, 70 йәштәрҙәге олатай сыҡты. Минең һорауҙарыма яуап бирә башланы. Бер ун минут тирәһе үткәс ҡатыны сыҡты, олатай уға: ин, ин, миңә ҡыҙҙар килгән, ти. Шундай йор, шаян һүҙле олатай. Был әңгәмә миңә көнө буйына етерлек кәйеф бирҙе”.

Ҡайһы бер переписчиктар хатта шиғыр ҙа яҙған.

“Уҡыуҙа ултырабыҙ,

Экрандан күҙ алмайбыҙ,

Унан бер оло ағай

Сәғәт буйы уҡыта:

Нисек бланк тултырырға,

Конфликт булһа – ни эшләргә.

Нисек юғалып ҡалмаҫҡа,

Табипҡа йүгермәҫкә.

Иғтибар менән уҡыйбыҙ,

Күп нәмәне беләбеҙ,

Бергә юғалып ҡалмаҫҡа

Планшетта тест үтәбеҙ!

Был эш күптәнән таныш,

Белмәгән нәмә түгел.

Респондент өйҙә булһын –

Перепись үтер еңел!

Альбина Ҡалҡаманова, иҫәпкә алыусы”.

Бына бит, иҫәпкә алыусылар араһында шағирҙар ҙа бар икән! Уларҙың күбеһе алда торған бик мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020-ҙә ҡатнашырға теләк белдергән.

Шулай уҡ микроперепись барышында инструкторҙар тарафынан микроперепистың фотографиялар бәйгеһе лә ойошторолған.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ – быйыл декабрҙә, ә тулыһынса 2022 йылдың аҙағында яһаласаҡ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас