Ваҡиғалар
17 Сентября 2021, 06:45

Яңғыҙ йәшәгән 90 йәшлек әбей янғында һәләк булған

Ул карауаттан торған да ҡолаған, янғын һүндереүселәрҙе үтеп барған кеше саҡырған. ВИДЕО сайтта.

Ул карауаттан торған да ҡолаған, янғын һүндереүселәрҙе үтеп барған кеше саҡырған.

Дүртөйлө районында янғында 90 йәшлек әбей һәләк булған. Оло кеше үҙ йортонда төтөнгә тонсоҡҡан. Фажиғә Түбәнге Аташ ауылында булған, тип хәбәр итәләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.  

Дүртөйлө район хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, әбей яңғыҙ йәшәгән. Уның кәүҙәһен залда тапҡандар, фарызлауҙар буйынса, пенсионерка янған өйҙән сығырға уйлаған, тик өлгөрмәгән.

Йорттан сыҡҡан төтөнгә үтеп барған ир кеше иғтибар иткән һәм ҡотҡарыусылар саҡырған. Янғын 12 минут эсендә ҡотҡарыусылар һәм Семилетка ауыл биләмәһенең ирекле янғын командаһы тарафынан һүндерелгән.

Янғын осрағы буйынса тикшереү эштәре бара.

Фото: МЧС Башкирии.

Видео: МЧС Башкирии.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас