+23 °С
Облачно


Юл фажиғәһе кисә, 18 сентябрҙә, Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш-Фёдоровка трассаһының 52-се километрында Стәрлебаш районында булған.
Салауат ҡалаһынан 20 йәшлек егет Лада Гранта машинаһы менән идараһын юғалтып, юл ситенә төшөп китә. Һөҙөмтәлә биш пассажир, 16 йәштән 20 йәшкәсә, дауаханаға оҙатыла. 18 йәшлек егет алған йәрәхәттәрҙән дауаханала йән бирә.
Билдәле булыуынса, водитель иҫерек килеш руль артына ултырған.