Ваҡиғалар
20 Сентября 2021, 06:40

"Улар аталарына китеп барған": аварияла 29 йәшлек ҡатын һәләк булған

Бының хаҡта бөгөн билдәле булған.

"Улар аталарына китеп барған": аварияла 29 йәшлек ҡатын һәләк булған"Улар аталарына китеп барған": аварияла 29 йәшлек ҡатын һәләк булған
"Улар аталарына китеп барған": аварияла 29 йәшлек ҡатын һәләк булған

Был хәл Баҡалы районының Балсыҡлы ауылында булған. 29 йәшлек ҡатын 23 йәшлек егет менән ВАЗ-2109 машинаһында китеп барған. Водитель автомобиль менән идараһын юғалтып, боролошҡа инә алмай, юл ситенә төшөп китә. Башҡортостандың ЮХХДИ идараһында егет праваһыҙ булыуы тураһында хәбәр итәләр.

- Улар аталарына китеп барған. Пассажир ҡатын алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ йән биргән. Водитель Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, - тип хәбәр иткән республиканың ЮХХДИ идараһы.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас