+10 °С
Облачно
14 сентябрҙә Үрген кешеһе праваһыҙ килеш туғанының “LADA Kalina” автомобилен һорамай алып сығып китә. Унан тура юлдан Трушинға елдерә. Ауылға сыҡҡан ерҙә “Датсун” маркалы автомобилгә барып төкәй һәм полиция килгәнсе ваҡиға урынынан ҡаса. Әлбиттә, ул тотола. “Датсун”ға 80 меңлек зыян килтерелгән. Тимерҙе тергеҙергә була, иң мөһиме, водителенә бер нимә лә булмаған.
Эш буйынса тикшереүҙәр бара.