Ваҡиғалар
25 Сентября 2021, 08:50

Мошенниктар йоҡламай! Башҡортостанда бер ҡатын 91 йәшлек пенсионер әбейҙең 400 мең һум аҡсаһын урлай

Был хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында була.

Добавить в предпочтительные источники Google

Был хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында була.

Яңыраҡ пенсионер әбейҙең фатирына таныш түгел ҡатын килә һәм иҫке аҡсаны яңыларына алыштырыу кәрәклеге тураһында әйтә, әгәр алыштырмаһа, аҡсаһы юғаласағы тураһында ла иҫкәртә.

Әбей был ҡатынға бөтә аҡсаларын тоттора,  ә тегенеһе, йәнәһе, аҡсаны яңы купюраларға алыштырып киләм, тип сығып китә. Әлбиттә, ул кире әйләнеп килмәй.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция мошенницаны эҙләй.

Автор:Айгул Клысбаева