+11 °С
Облачно
Бөгөн, 25 сентябрҙә, иртән Туймазы районының Айғыртамаҡ ауылында йортта янғын сыға.
“Мәғлүмәттәр буйынса йорт хужаһы газүткәргескә үҙбелдеге врезка эшләй, һөҙөмтәлә шартлау була, Өй тулыһынса таралып төшкән”, – тип хәбәр итәләр Башҡортостандың ҒӘҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Үлеүселәр юҡ. Йорт хужаһы, 58 йәшлек ир, ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Ул бер үҙе йәшәгән.