Ваҡиғалар
29 Сентября 2021, 06:50

Мышы менән юл-транспорт фажиғәһендә водитель ауыр йәрәхәттәр ала

Авария кисә иртәнсәк Дүртөйлө районының Елановка ауылы янында була.

 

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, авария 28 сентябрҙә иртән Дүртөйлө районы Елановка ауылы янында теркәлгән. Opel Astra водителе мышыны бәрҙергән, шунан автомобиль кюветҡа осҡан.

Юл фажиғәһендә водитель төрлө йәрәхәттәр алған. Урынға килеп еткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары уны машинанан сығарып, ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған.

Мышы урында йән биргән.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас