26 сентябрҙә Түбәнге Һарыбил – Ҡыуандыҡ трассаһында, Абзан ауылына етәрәк ерҙә юл-транспорт ваҡиғаһы була. Юлға ат килеп сыға, һөҙөмтәлә ВАЗ – 2111 автомобиле водителе тормозға баҫып өлгөрмәй һәм атҡа барып бәрелә. Бындай хәлдәр йыш ҡына республикабыҙ юлдарында булып тора.
Ярай ҙа водитель тере ҡала, ә был ваҡиғаның бөтөнләй икенсе төрлө тамамланыуы ла бар ине.
Хужаһыҙ малдар йөрөүен дауам итә. Малдары юҡ булһа – саң ҡағалар.