Ваҡиғалар
4 Октября 2021, 04:35

Башҡортостанда үлемесле янғын теркәлгән

Был хәл кисә булған

Башҡорстотанда үлемесле янғын теркәлгәнБашҡорстотанда үлемесле янғын теркәлгән
Башҡорстотанда үлемесле янғын теркәлгән

Үлемесле янғын Учалы районында кисә, 3 октябрҙә, теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостандың дәүләт комитеты вәкиле Эльвина Яҡшығолова хәбәр итеүенсә, янғын һүндерелгәндән һуң, 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.

"Ул яңғыҙы ғына йәшәгән, өйөндә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма булған", - тигән Эльвина Яҡшығолова.

Бынан тыш, кисә, "Нур" һөт эшкәртеү буйынса предприятие янып китеп, төтөн менән ағыуланып, Благовещенск районынан 47 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған.

Фото: ИА Башинформ

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас