Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
30 Ғинуар 2022, 16:25

Мөхәббәткә ара алыҫлығы кәртә түгел. Мутлашыуға ла...

58 йәшлек Нәфисә Майкла Дональд менән Инстаграмда таныша.

Мөхәббәткә ара алыҫлығы кәртә түгел. Мутлашыуға ла...
Мөхәббәткә ара алыҫлығы кәртә түгел. Мутлашыуға ла...

Ир Өфөлә йәшәгән пенсионерка менән танышҡас та, үҙенең тормош юлын һөйләп бирә. Баҡтиһәң, Майклдың ғаиләһе аварияла һәләк була. Шуға ла ул ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу маҡсатынан табип һөнәрен һайлай. Нәфисәнең бахыр ирҙе йәлләүҙән йөрәге һыҙлай, ул "американың хәрби табибы"на ғашиҡ була. Һәм, әйтергә кәрәк, яуапһыҙ түгел! Бер нисә көндән Майкл һөйгәненә бүләк эшләргә була. Биҙәүестәр, смартфон, долларҙар... Нәфисә бүләктән баш тарта алмай. Шунда ул бүләктәрҙең "юл хаҡын" түләүҙе һораған хат ала һәм иҫәпкә башта 500. унан 750 доллар аҡса күсерә. Аҡса "осоу" менән, диңгеҙ аръяғындағы табип та юҡҡа сыға.

Бына шулай, Өфөлә тыныс ҡына йәшәп ятҡан пенсионер Нәфисә апайҙың был мөхәббәте 93 мең һумға баҫа.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: