Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
17 Февраль 2022, 17:50

Юбилярҙар тәбрикләнде

Таҙлар ауылында йәшәүсе Дүшәнбаев Риф Сәғит улы һәм Хәмиҙуллина Флүрә Ғәбделғәни ҡыҙы ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулыуын билдәләне. Тулыраҡ сайтта.

Юбилярҙар тәбрикләнде
Юбилярҙар тәбрикләнде

Таҙлар ауылында йәшәүсе Дүшәнбаев Риф Сәғит улы һәм Хәмиҙуллина Флүрә Ғәбделғәни ҡыҙы ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулыуын билдәләне. Ошо уңай юбилярҙарҙы менән биләмә башлығы Илгиз Фәтих улы Йылҡыбаев тәбрикләп үтте. Ғаилә башлыҡтары һоҡланғыс ғүмер юлы үткән.  Икеһенең дә 40 йылдан ашыу эш стаждары бар. Флүрә Ғәбделғәни ҡыҙы хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар ауыл советы председателе булып эшләгән. Ауылдаштары араһында маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, һәр эште еренә еткереп эшләүе менән  ҙур абруй ҡаҙанған. Риф Сәғит улы ла коммунистик хеҙмәт ударнигы ла булған, артабанғы хеҙмәт юлын да уңышлы үткән.

Улар өс балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Хәҙер  ейәндәрен ҡарашалар.

Пандемия арҡаһында ҡуйылған сикләүҙәргә ярашлы, был матур ғаиләне өйҙәренә барып ҡотланылар. Юбилярҙарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың һәм МР хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлау хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: