Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Март 2022, 17:50

Рәсәйҙә һәм Башҡортостандағы хәлдәр

Иң мөһимдәре: - Airbnb Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эшмәкәрлеген туҡтата.

 - Airbnb Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эшмәкәрлеген туҡтата.

 - Рәсәй паралимпия спортсыларын Пекиндағы ҡышҡы Уйындарҙа ҡатнашыуға үткәреү өсөн Спорт арбитраж судына мөрәжәғәт итә алмай. Ҡағиҙәләргә ярашлы, Халыҡ-ара паралимпия комитеты "спортсыға сәбәбәен әйтмәйенсә Уйындарға индермәҫкә хоҡуҡлы".
 Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы пандемияның тамамланыуы тураһында иғлан итәсәк көнгә бик йыраҡ әле. Ауырыу йоҡтороу осраҡтары бер артыр, бер кәмер, ләкин вирус бер ҡайҙа ла китмәҫ - РИА Новости

- Google Рәсәйҙәге сервистарында реклама һатыуҙы туҡтатты - көнбайыш агентлыҡтары

 - АҠШ Украина күгендә осоуҙы сикләргә йыйынмай, был Рәсәй менән һуғыш ҡурҡынысын тыуҙыра, Вашингтон тап шуға юл ҡуймаҫҡа теләй - Псаки

- Путин Дағстанда тыуып үҫкән, ошо көндәрҙә Украинала һәләк булған Нурмагомед Гаджимагомедовҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙе

- Путин Украинала яраланған илебеҙ хәрбиҙәренә - 3-әр миллион һум, ә һәләк булғандарҙың ғаиләһенә 7 миллион һумдан ашыу өҫтәмә түләү тәғәйенләргә ҡушты

 - Украинала Рәсәйгә шылтыратыу мөмкинлеге юҡ - Украина властары

 - Рәсәй менән Украина бер нисә гуманитар мәсьәлә, шул иҫәптән гуманитар коридорҙар ойоштороу өсөн утты ваҡытлыса туҡтатыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеп килеште

 - «Леруа Мерлен» стандарт режимда эшләй. Офиста билдәләүҙәренсә, санкция сараларының эҙемтәләрен алдан әйтеүе ауыр - АиФ-Өфө

 - METRO сауҙа селтәре штат режимында эшләй, уны туҡтатыу күҙалланмай. Яҡын арала хаҡтарҙы ҡайтанан ҡарауҙары мөмкин - АиФ-Өфө

- «Роскомнадзор» «Медуза»ға (Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған), «Азатлыҡ радиоһы»на (Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған), ВВС Рус хеҙмәтенә инеүҙе сикләне - реестр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: