Кәләш алғас һәр кем яңы туғандары мҽнән танышырға, аралашырға теләүе күптәрҙең башынан үткән. Кейәү булған кешенең ҡайны-ҡайнағаһы алдында ҡаушауы, оҡшатырҙармы-юҡмы тигән уйҙары башын игәйҙер. Берәү тип атайыҡ, ҡайнағаһының нисек кенә ҡылын тартҡылап ҡарамаһын, тегенеһе ни яҡшынан, ни ямандан һүҙ ҡушмай.
Уларҙың икәүһҽнә бҽр ваҡыт кейәү машинаһында, алыҫ юлға сығырға тура килә. Юл ҡыҫҡартыр өсөн юҡ-барҙы һөйләп ҡайнағаһының күңелен күрҽргә тырышһа ла, уныһы ауыҙына һыу ҡапҡандай ләм-мим.
Шул ваҡыт ихлас кейәүҙең иҫенә машина багажнигында ятҡан таҙа спирт барлығы төшә.Ҙ ур ғына һауыттың төбөнә туҡһан градуслы спирт ҡойоп ҡайнағаһына һуҙа.Тегенеһе ситаймай ҙа спиртты йотоп ҡына ҡуя. Бер аҙ барғас, был процедураһын тағы ҡабатлай, бәлки, был тел асҡысы ҡайнағаһына ярап ҡуйыр. Әммә булмышы менән тыныс кешенең икенсе стакандан һуң да теле асылмай. Асыуы килә башлаған, үҙе рулдә булғанлыҡтан эсә алмаған кейәү бара биргәс, тағы туҡталып өсөнсө стаканға спирт ҡоя.
- Алдан әйт, һине һөйләштерер өсөн нисә стакан спирт ҡойорға? Ҡоям, күпмҽ кәрәк.
Гөлдәр әбей.