Һуңғы ваҡиғалар менән бәйле, Донецк һәм Луганск республикаларында йәшәүселәрҙең ауыр осор кисереүҙәрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Күп ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм өлкән йәштәгеләргә хәүеф янаған мәлдә беҙ ҙә ситтә ҡала алмайбыҙ. Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда ла ярҙам ойоштороу буйынса штаб үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Ринат Ғөбәйҙуллин әйтеүенсә, ярҙам итергә теләк белдереүселәр күп.
Штабҡа шылтыратып, ниндәй әйберҙәр алып килергә мөмкин икәнлеген һорашыусылар күп икән. Ауыр хәлдә ҡалған туғандаш халыҡтарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәрҙән яңы кейем-һалым, бигерәк тә балалар, сабыйҙар кейемдәре, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары ҡабул итәләр. Битараф булмағандар район хакимиәтенә (Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 5), 114-се бүлмәгә сәғ. 09.00-18.00-гә тиклем мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ менән 89378460286 телефоны буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин.