+1 °С
Болотло
3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ул саҡта яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 кешене мина һалынған бинанан сығармай тота, уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы – балалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, террор актына алдан әҙерләнеү мөмкин түгел, шулай ҙа һәр ваҡыт уяу булыу кәрәк.