Подмосковьеның Щёлково ҡалаһында йәшәүсе үҫмер ҡыҙ социаль селтәрҙә ултырғанда “Телеграм”дағы бер төркөмгә юлыҡҡан. Төркөмдә опудяр йырсы Клава Коканың яңа клибында төшөү тәҡдиме хаҡында яҙылған булған. Ҡыҙ баланың бик тә клипта төшкөһө килә һәм ул үзенең мәғлүмәттәрен ҡалдыра. Бер аҙҙан уның менән менеджер (бер ир) элемтәгә сыға һәм кастинг үтергә тәҡдим итә. Дөрөҫ, кастинг ябай түгел: бейеү бейеп видео яҙҙырырға һәм инәнән тыума сисенеп, бар яҡлап та үҙеңде фотоға төшөрөргә.
Йәш “модель”, видео һәм фотолар төшөрөп, менеджерға ебәрә һәм көтә башлай. Әммә “менеджер” чаттан сығып китә. Бер аҙнанан уҡыусы ҡыҙ осраҡлы рәүештә интернетта үҙенең интим фотолары урынлаштырылған альбомға тап була. Һәр контент (фото һәм видео) өсөн айырым хаҡ (прайс) билдәләнгән.
Шок хәлендәге ҡыҙ бала быларҙың бер нисек тә йырсы Клава Кока менән бәйле булмауын аңлай һәм әсәһенә һөйләп бирә. Әсәһе иһә полицияға мөрәжәғәт итә. “16 йәше тулмаған затҡа ҡарата аҙҙырыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер педофил “продюсер”ҙы эҙләйҙәр.
Был ваҡиға ата-әсәләрҙе уйландырһын ине. Балаларығыҙҙың нимә хаҡында хыялланыуына, ниндәй төркөмдәрҙә аралашыуына битараф булмағыҙ! Улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, мутлашыусыларҙың ҡармағына эләгеүҙән аралағыҙ.
Сығанаҡ: SHOT Telegram-каналы.