Ваҡиғалар
10 Май 2024, 05:00

Батырҙарҙың данлы исемдәре мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә...

Парад Илебеҙгә тыныслыҡ алып килгән, дошманды тар-мар иткән батыр яугирҙәрҙе яҡындары янына ҡайтартып, күп ғаиләләрҙе бәхетле иткән Бөйөк Еңеүгә 79 йыл тулды.

Батырҙарҙың данлы исемдәре мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә...Батырҙарҙың данлы исемдәре мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә...
Батырҙарҙың данлы исемдәре мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә...

9 май иртәһендә район үҙәгенең Совет урамы байрамса кейенгән, ҡулдарына шарҙар, плакаттар, ҡартай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотҡан уҡыусы балалар һәм ололар менән биҙәлде.

Быйылғы байрам башҡа йылдарҙан айырмалы, парад менән барыһының да күңеленә хуш килде. Парад менән махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан “Пчелка” ҡушаматлы яугир, взвод командиры – Таҙлар ауылынан Артур Ғәбдрәхимов етәкселек итте.

Ике яҡлап “тере коридор” яһаған халыҡ алдынан башта районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады конкурсы лауреаты – “Алтын торба” халыҡ тынлы оркестры уҙҙы. Улар артынан Еңеү байрағы сыҡты. Уны тотоп уҙыу хоҡуғы Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбе уҡыусыһы, спортта айырым уңыштарға өлгәшеүсе Данил Куруховҡа бирелде.

Парадты дауам итеп, тәүлектең һәр минутында тәртип һағында тороусы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, район үҙәге мәктәптәренең йәш армеецтары һәм М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының Шайморатов класы уҡыусылары, 77-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелештәр ветерандары сафтарҙа уҙҙы. Һуңғылары араһында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы яугирҙәр ҙә бар ине.

Митинг

Советтар Союзы Геройҙары һәм Социалистик хеҙмәт Геройына арналған стелаға гөлләмәләр һалынғас, байрам парады һәм бөтә халыҡ митинг үтәсәк Сергей Чекмарев исемендәге паркка йүнәлде. Тантанала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡатнашты.

Дәмин Марат улы ейәнсураларҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ бөгөн барған махсус хәрби операцияға ла туҡталып, унда һәләк булыусы батырҙарыбыҙҙы онотмаясаҡбыҙ, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү өҫтөндә һәр ваҡыт эшләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе.

Рәил Рамаҙан улы Еңеүҙең күп ауырлыҡтар, ҡорбандар аша килеүе, беҙҙең яугирҙәрҙе, тылда эшләгән хеҙмәтсәндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ икәнлеге хаҡында әйтеп, уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ, тине. Сығышының аҙағында ул махсус хәрби операция ветераны, “Бай” ҡушаматлы яугир – Өмбәт ауылынан Рәүф Баевҡа Шайморатов ордены тапшырҙы.

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Артур Ғәбдрәхимов сығышында беҙҙең тыныслыҡ хаҡына йәлләмәй эшләүҙәрен, илде һаҡлауҙарын һөйләне. Яуҙа башын һалыусыларҙы хәтергә алыу өсөн бер минут тынлыҡ иғлан итте. Шул иәлдә батырҙар иҫтәлегенә залптап яңғыраны. “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тип тамамланы һүҙен “Пчелка”.

Район мәҙәниәт йортоноң “Оло Эйек” халыҡ ансамбле башҡарыуында “Шайморатов генерал” бейеүе сараға тағы ла йәм өҫтәп ебәрһә, митингының Илһам Хәсәнов, Роман Ильяшевич һәм “Үҫәргән егеттәре” халыҡ вокал ансамбле башҡарыуында “День Победы” йыры менән тамамланыуы бөтәһен дә тулҡынландырҙы. Һәр кем ҡаһарман ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.

Тыуған ил өсөн йәндәрен аямаған  ҡаһармандар – данлы батырҙар барында Бөйөк Еңеү байрағы илебеҙҙә һис шикһеҙ тағы ла балҡыясаҡ!

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас