Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Июль , 19:20

Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?

Афған һуғышында һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙ Рәсүл Ҡәҙербаев, Сәлим Танһыҡҡужин, Ирек Арыҫлангәрәев, Михаил Бердяшов, Чечен Республикаһында башын һалған батырҙар Фидан Аҡсурин, Илмир Мөхәмәтйәнов, Валерий Булатов, Владислав Казбеков иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә бөгөн, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә, ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынғайны...

Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?
Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ?

Кискә табан ишетелгән насар хәбәр барыһын да шаҡ ҡатырҙы: "Һәйкәлде емергәндәр!" 

Оятһыҙ әҙәмдәрҙең бысраҡ ҡулдары ҡағылған һәйкәлгә тыныс ҡына ҡарап булмай ине... Батыр яҡташтарыбыҙҙың - беҙҙең тыныс киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямаған, яҡындарын ҡара ҡайғы менән осраштырып, йөрәктәренә ғүмерлек яра һалып һәләк булған батырҙарҙың исемдәре яҙылған плиталар ерҙә ята, береһе уртаға ярылған! Ә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр өҙгәләнеп бөткән һәм тирә-яҡҡа һибелгән!

Кемдең эше һуң был? Ни өсөн был эш нәҡ байрам көнөндә эшләнгән? Әле ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Яҡынса мәғлүмәттәр һәм шаһиттар һөйләүе буйынса, һәйкәлде үҫмерҙәр боҙған. 

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: