Гитара сыңы, моңло тауыштар, танышыуҙар, осрашыуҙар... “Ҡош юлы” йәнә үҙ ҡанаты аҫтына ҡошсоҡтарын – гитара моңон, башҡорт йырҙарын үҙ итеүселәрҙе йыйҙы. Инде 13-сө йыл уҙғарылып, күптән рухташтар, моңдаштар байрамына әйләнгән фестиваль былтыр тыуған яғына – районыбыҙҙың Ҡыҙылташ (хәҙер инде Ҡош юлы) яланына әйләнеп ҡайтты. Ҡасандыр проектты башлап ебәреүсе Азамат һәм Нәжип Юлдашбаевтар ул шулай оҙон ғүмерле булыр тип күҙ алдына килтерҙеме икән?!
Фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар 12 июлдә яланға килеп, палаткаларҙа урынлашты. Улар кисте усаҡ янында гитарала уйнап, йырлашып, күңел асып уҙғарҙы. Икенсе көнө иртән теләүселәр “Ҡош юлы. 13 йыл – 13 саҡрым” йүгереү марафонында ҡатнашып, үҙҙәренә лә, тирә-йүндәгеләргә лә яҡшы кәйеф өләште.
Кем иң мәргәне?
Уҡ атыу – башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө, һунар итеү ысулы. Бөгөн ул халҡыбыҙҙың популяр спорт төрөнә әүерелде. “Ҡош юлы” фестивале сиктәрендә уҙғарылған “Ҡош юлы атышы” республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 40 кешенән артыҡ уҡсыны йыйҙы. Уларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сәләмләп, уңыштар теләне.
Береһенән-береһе зауыҡлы, тарихи кейемдәр кейгән ҡатнашыусыларға ҡарап тороу үҙе бер тамаша ине. Ә инде уҡ атҡан ваҡытта күҙҙәренән осҡон сәсрәйме ни!
7-10 йәшлек малайҙар араһында беренсе урынды Сөләймән Ниғмәтуллин (Ейәнсура) яулаһа, Йософ Ниғмәтуллин (Ейәнсура) икенсе, Райман Вәдүтов (Йылайыр) өсөнсө урын алды. 11-13 йәшлектәрҙән Исмаил Ниғмәтуллин (Ейәнсура) иң мәргәне булып сыҡты. Ерлан Шәрипов (Хәйбулла) – икенсе, Искәндәр Бураҡаев (Өфө ҡалаһы) өсөнсө урын яуланы. 14-17 йәшлек малайҙар араһында Батырхан Ғайсин (Ауырғазы) беренсе урын алһа, Урал Ярышев (Күмертау ҡалаһы) – икенсе, Искәндәр Фәйзуллин (Хәйбулла) өсөнсө урынға сыҡты.
14-17 йәшлек ҡыҙҙарҙан Диана Кәримова (Ишембай ҡалаһы) иң оҫта уҡсы булып сыҡты. Икенсе урынға – Аделия Ғәниева (Хәйбулла), өсөнсөгә Алтынай Күсәрбаева (Ейәнсура) сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Мира Кәримова (Хәйбулла) еңеү яулаһа, икенсе урынды Фәнүзә Мырҙәғәлина (Баймаҡ), өсөнсөнө Зилә Иҫәнбаева (Хәйбулла) яуланы.
Ир-егеттәрҙең иң мәргәне – Наил Иҫәнбаев (Баймаҡ). Ғирфан Мәмбәтов (Хәйбулла) – икенсе, Илфат Мырҙағәлин (Баймаҡ) өсөнсө урын алдылар.
Тупты тот та, һуҡ та һуҡ!
Төштән һуң Ҡош юлы яланы волейбол уйынын үҙ итеүселәрҙе һәм көйәрмәндәрҙе йыйҙы. Ярышта ҡатнашыусы командалар барыһы ла бик көслө һәм оҫта ине. Ҡыҙыу турнирҙа Ейәнсураның “Аманат” йыйылма командаһы беренселекте бирмәне. Икенсе урынға Юнай ауылы егеттәре сыҡты. “Ҡош юлы” республика йыйылма командаһы өсөнсө урын алды.
Тәүәккәлдәр алышы
“Геройҙар уҙышы”ндағы ҡаршылыҡ һәм һынауҙарҙың ҡатмарлы икәнлеген был уйында ҡатнашыусылар ғына түгел, тамаша ҡылыусылар ҙа белә. Был ярыш төрөндә ете команда ҡатнашты. Улар бесән төгөнә менеп төшөү, арҡыры арҡан буйлап үрмәләү, юлдашыңды носилкала йөрөтөү, тоҡ кейеп йүгереү, уҡ атыу, ҙур, ауыр тәгәрмәсте бергәләп урындан-урынға шылдырыу, ятып шыуышыу, һыулы һәм батҡаҡлы ерҙе шыуышып үтеү кеүек һынауҙарҙы үтте.
Ҡатмарлы һәм күп көс, сыҙамлыҡ талап иткән ярышта Күгәрсен районының Ерекле ауылы командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды –Иҙәш ауылынан килгән “Бөркөттәр”, өсөнсө урынды “Аманат” район йыйылма командаһы яуланы.
Алып барыусы Радмир Дәүләтбәков финишҡа яҡынлашыусы Илсур Ишкининға (Иҙәш): “Һинең өсөн ҡайһы һынау иң ауыры булды?” – тигәс, Илсур: “Теркәлеү!” – тип яуап бирҙе. Бына бит, башҡорт егеттәре ҡайһылай көслө!
Гитара ҡылдарын сиртеп...
“Ҡош юлы”ның быйылғыһы күренекле музыкант, “Рух” рок-төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе Ирек Атановтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Рухлы йыр, матур бейеүҙән торған композиция менән асылҡан сарала район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов барыһын да сәләмләп, фестивалдең киләсәге яҡты булыуына, рухташтарҙы бергә йыйыу мөмкинлегенең ныҡлылығына иманы камил булыуын белдерҙе. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов фестивалде күп йылдар дауамында ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҙур ярҙамдары өсөн бер төркөм ҡыҙҙар-егеттәргә министрлыҡтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов та буш ҡул менән килмәгән: ул беренсе урын алыусы йырсыға тәғәйенләп гитара алып килгән.
Артабан сәхнәлә Ирек Атанов яҙған йырҙар яңғыраны. Ҡатыны Фирүзә ханым сәхнәгә күтәрелеп, фестивалде ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ тормош юлдашы хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште. Уларҙың ҡыҙы Айгөл Вәлиеваның хисле бейеүе тамашаға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Фестивалдең элекке еңеүселәре Тимур Ямалов, Таһир Мирсәйетовтың сығыштарын тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар әллә ни күп булманы, әммә уларҙың һәр береһе һәләтле ине. Учалы районынан килгән Илдар Усманов бәйгенең еңеүсеһе итеп танылды. Уға Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән бүләк – йыр яҙҙырыуға сертификат тапшырылды. Әбйәлил районынан Нәркәс Баймырҙина беренсе урынға һәм гитара лайыҡ булды. Икенсе урынды Илеш районынан Дамир Атабаев, өсөнсө урынды Ейәнсуранан Рәлиф Бикташев яуланы. Ғәзинур Танһыҡҡужин (Ейәнсура) махсус номинацияла билдәләнде.
Фестиваль “Ҡош юлы”ның гимны менән тамамланды. Артылыр үрҙәрең бейек, солғаясаҡ киңлектәрең сикһеҙ булһын, “Ҡош юлы”! Беҙ һине бер йылдан тыуған яғыңда көтәбеҙ, рухлы, моңло байрам!
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.