

РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, йырсы, актер Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә, И. Йомағолов курсында уҡый. Уны тамамлағандан һуң ике йыл үткәс, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Унда хеҙмәт иткән йылдарында Башҡортостандың театр сәнғәте хазинаһына ингән бик күп ролдәрҙә уйнай. Артист халыҡ һәм эстрада йырҙарын популяр башҡарыусы ла ине. Уның башҡарыуындағы спектаклдәрҙән йырҙар театрҙың үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелә һәм тамашасылар араһында йәшәүен дауам итә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фидан Ғафаров әле лә БАДТ сәхнәһендә сығыш яһай ине. Улы Азамат менән бергә концерттар менән әүҙем гастролдәрҙә лә йөрөнө.
Бәхил булығыҙ, Фидан ағай - бөйөк актер, легенда... Беҙ һеҙҙе бер ҡасан да онотмабыҙ...