Ваҡиғалар
11 Июля , 20:05

“Гәзит-журнал килһен һәр йортҡа”

“Гәзит-журнал килһен һәр йортҡа”

“Гәзит-журнал килһен һәр йортҡа”“Гәзит-журнал килһен һәр йортҡа”
“Гәзит-журнал килһен һәр йортҡа”

Матбуғатҡа яҙылыу тамамланып, яңы ярты йыллыҡ башланғас, йыш ҡына гәзит таратыуға бәйле буталсыҡ килеп сыға. Был юлы ла шулай, гәзит килмәүгә зарланып редакцияға шылтыратыусылар байтаҡ. Был Мәләүездән “доставочная карточка”ларҙың почта бүлексәләренә ваҡытында килеп етмәүенә бәйле. Гәзит-журнал килгән, ә кемдәргә тәғәйен – билдәһеҙ.

Был осраҡта почтальондарҙың күпселеге ҡағыҙҙарҙың килеп етеүен сабыр ғына көтә, ә ҡайһы берҙәр: “Редакцияла яҙылғандарға юҡ!” йәки “Кемдә яҙылдың – шунан һора!” тип кенә ебәрә. Ә бына Иҙәш ауылы хат ташыусыһы Зөбәржәт Уразова гәзиткә даими алдырыусыларҙың өйҙәренә инеп сыға. Уларҙың 2026 йылдың икенсе яртыһына ниндәй баҫмаға яҙылыуын һорап, шунда уҡ ҡалдырып та китә. Сөнки белә: һәр подписчик, ҡайҙа һәм кем аша яҙылмаһын – баҫманы ваҡытында алдырып уҡырға хоҡуҡлы!

Әйткәндәй, Зөбәржәт Муллағол ҡыҙының почтальонка булып эшләүенә тиҙҙән биш йыл була. Ошо ваҡыт эсендә ул Иҙәш ауылын нисә тапҡыр урап сыҡҡандыр... Тәүге осорҙа йәйәү, велосипед менән дә йөрөһә, хәҙер эшен скутер күпкә еңелләштерә.

– Һәр кем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, һәр йортҡа ла гәзит-журнал килһен ине. Сөнки уҡыған кешенең күңеле лә матур була, – ти хат ташыусы. Эшен яратҡан почтальонды Иҙәштең һәр өйөндә көтөп алалар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас