Яңылыҡ
18 Августа 2021, 12:05

Милли рухҡа сорналып

Ейәнсура районы «Ал елкән» балалар һауыҡтырыу лагерында «Йәйләү» профилле сменаһы аҙағына яҡынлаша.

Милли рухҡа сорналыпМилли рухҡа сорналып
Милли рухҡа сорналып

Сәхифәләрендә- лагерҙың сағыу тормошонан күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ фоторәсемдәр. Балалар ҡурай тарта, башҡорт көйөнә дәртле баҫа- баҫҡан ерҙәренән осҡон сәсрәй, милли уйындарҙа көс һынаша. 20 көн буйы республиканың төрлө төбәгенән йыйылған малайҙар һәм ҡыҙҙар милли рухта тәрбиә ала.

Лагерҙың директоры Байрас Ҡансурин фекеренсә, был сменала 65 бала ял итә. Улар Ейәнсура, Баймаҡ, Бөрйән райондарынан, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан килгән. Әйҙәүсе булып эшләгән егеттәр һәм ҡыҙҙар балаларға төрлө түңәрәктәр ойоштора.

«Һәр башҡорт бейей белергә тейеш. Был буш һүҙ түгел. Балаларҙы бейеү серҙәренә 3 әйҙәүсе өйрәтә. Динар Тоҡомбәтов, Илдар Ваһапов, Зарина Ҡунаҡбаевалар етәкселегендә өс күмәк бейеү ҡуйылды. Ҡурай түңәрәген халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Инйәр Ишмырҙин алып бара, ул Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлаған. Сменаның унынсы көнөндә үк Инйәр ҡумыҙсылар һәм ҡурайсылар ансамбле төҙөнө. Йыр түңәрәген Ғәзинур Танһыҡҡужин алып бара, балалар башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнә»,- ти «Йәйләү» профилле сменаһы етәксеһе Байрас Ҡансурин.

Яңы көн- яңы һөнәр менән. Балалар смена дауамында өҫтәлмә белем үҙләштерә. Йәш быуын туған тел нескәлектәренә тәрәнерәк төшөнә, күңелдәрен милли рух менән һуғара. Көн дә милли мәҙәниәт буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Яңы һөнәрҙәре менән сәхнәлә сығыш яһағандар. Лагерҙа Ғата Сөләймәнов һәм Роберт Заһретдинов исемендәге призға ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге призға шиғыр ятлаусылар, сәсәндәр, Фәйзи Гәскәров исемендәге призға йәш бейеүселәр бәйгеләре үткән. "Йәйләү"ҙә мин беренсе тапҡыр. Көндәребеҙ ҡыҙыҡ үтә. Иртәнсәк торғас та, күнекмәләр яһайбыҙ, бейеп киләбеҙ. Мәрәйҙәр йыябыҙ: Алпамыша уйындарында ҡатнашһаң, бейеһәң, йырлаһаң, мәрәйҙәр бирәләр. Был минең ғүмеремдәге иң һәйбәт 17 көн«, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Гөлсөм Хәбибуллина.

20 август балалар өйҙәренә таралыша. Был юлы ла «Йәйләү» сменаһында ял иткән ҡыҙҙар һәм малайҙар рухи яҡтан байып ҡайтыр, тип ышанғы килә. Балаларҙың тәьҫораттары нәҡ шул турала һөйләй. «Киләһе йыл мин тағы ошонда киләсәкмен» ,- ти улар.

Сығанаҡ: "Ҡоролтай" төркөмө. (https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_39574)

Автор:Гульшат Имельбаева
Читайте нас