Яңылыҡ
24 Август 2021, 05:55

23 йәшлек егеттең эштә ғүмере өҙөлгән

Сәбәбе нимәлә?

23 йәшлек егеттең эштә ғүмере өҙөлгән23 йәшлек егеттең эштә ғүмере өҙөлгән
23 йәшлек егеттең эштә ғүмере өҙөлгән

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына бәхетһеҙ осраҡ тураһында хәбәр килә. ПАО "Газпром газораспределение Уфа"ның филиалы эшсеһе 23 йәшлек егет үлә. 

Был бәхетһеҙ осраҡ Өфөнөң Урман урамында 20 август булған. Газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндергән ваҡытта, слесарь егет токтан һуғыла. Алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ вафат була.

Был хәл буйынса тикшереү барышында сәбәптәре һәм шарттары билдәләнәсәк.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас