Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бала уйнап йөрөгән ваҡытта трансформаторға тотонған һәм токка һуғылған. Уны Өфөгә килтергәндәр. Малай алты операция кисергән. Хәҙер Илназ яңынан йәшәргә өйрәнә.
"Беренсе көндө шок хәлендәһең, икенсе көндө тынысланаһың, өсөнсөһөндә быға өйрәнә башлайһың. Мин бишенсе көнгә, реанимацияла ятҡан саҡта өйрәндем", - ти малай.
Ай ярым дауаланғандан һуң Илназ Туймазы районында урынлашҡан тыуған ауылына ҡайтҡан. Янбашындағы катетерҙарҙы алғас та малай аяҡтары менән яҙырға өйрәнә башлаған. Ике аҙнала уҡыусы бармаҡтары менән ручка тоторға, хатта тура һыҙыҡ һыҙырға өйрәнгән.
1 сентябрҙә Илназ дүртенсе класҡа бара, ләкин хәҙер ул өйҙән уҡый башлай. Әле ғаилә инвалидлыҡ алыу өсөн документтар йыя. Шунан һуң улар протезлауға сиратҡа баҫа ала. Протездар ҡуйыу һәм нығыныу өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк.