Яңылыҡ
1 Сентября 2021, 14:45

Һөйөнөслө хәбәр!

"Был оло хөрмәт өсөн гимназиям коллективына (элек эшләгәндәренә лә, әлегеһенә лә, гимназия тамамлаған, шулай уҡ әле унда белем алған гимназистарға ла), Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына һәм район ҡоролтайына, һәм, әлбиттә, Ейәнсура район хакимиәте, Башҡортостан республикаһы хөкүмәте етәкселәренә; ҡыҫҡаһы, был фекерҙе башлап ебәреүсе, күтәрмәләп алыусы, хуплаусы, хәл итеүсе барыһына ла ихлас рәхмәтемде белдерәм. Именлек барыбыҙға ла! Шатлығымдың һәм рәхмәтемдең сиге юҡ, ғәзиз халҡым, һөйөклө туғандарым, ихлас күңелле дуҫтарым, рухташтарым!" - ти Мәрйәм Бураҡаева.  Беҙ ҙә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Бындай хөрмәткә Мәрйәм апай күптән лайыҡ ине!

Һөйөнөслө хәбәр!Һөйөнөслө хәбәр!
Һөйөнөслө хәбәр!

Башҡорт рухлы, зыялы башҡорттар тағы ла күберәк сыҡһын ине Мәрйәм Буракаева исемендәге гимназиянан!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас