

Башстат хәбәр итеүенсә, йәй аҙағында кишерҙең хаҡы ныҡ үҙгәргән - 5,1%-ҡа кәмеп, килограмы 40,4 һумға еткән. Икенсе урында картуф. Был йәшелсә 3,4%-ҡа кәмегән һәм уртаса хаҡы - 32,9 һум. Киләһе аҙыҡ - йомортҡа. Уның хаҡы 2,9%-ҡа кәмегән һәм 10 данаһы 52,3 һумға тигеҙ булған. Дүртенсе урында - кәбеҫтә. Ул 2,6%-ҡа арзаныраҡ һатыла башлаған. Килограмын 37,7 һумға алып була. Биш лидер исемлеген балалар өсөн ҡоро һөт ҡатнашмалары яба. Уларҙың хаҡы 1,9%-ҡа төшкән, килограмы 836,7 һум.
Бының менән ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ артҡан. Ҡыярҙың хаҡы байтаҡ артҡан: +5,6%. Килограмы 48,5 һумға тиклем күтәрелгән. Икенсе урында балалар өсөн емеш-еләкле консервалар. Уларҙың хаҡы 2,9%-ҡа артҡан, хәҙер уның киллограмын 435,4 һумға алып була. Киләһе продукт - шоколад кәнфиттәре. Уларҙың уртаса хаҡы 306,6 һумға тигеҙ, тимәк, 2,7%-ҡа артҡан.