Яңылыҡ
6 Сентября 2021, 10:45

Районыбыҙ өсөн оло юғалтыу

Яҡташыбыҙ, күренекле шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, тәржемәсе Мәхмүт Һибәт (Уразаев Мәхмүт Һибәт улы) 85 йәшендә яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән. Район халҡы исеменән туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүмдең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын!   Мәхмүт Һибәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - сайтта:

Районыбыҙ өсөн оло юғалтыуРайоныбыҙ өсөн оло юғалтыу
Районыбыҙ өсөн оло юғалтыу

Мәхмүт Һибәт улы Уразаев 1936 йылдың 14 майында Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс мәктәп, күрше Муйнаҡ ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Абзан ауылында урта мәктәп тамамалай. Өс йыл колхозда эшләй. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә.

Башҡортостан телевидениеһы һәм радио комитетында, «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында эшләй.

Тәүге шиғырҙары матбуғатта 1957—1958 йылдарҙа донъя күрә. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

"Йылдар юғалмай", "Сал офоҡ", "Алпамыша", "Биллеғылы", "Ғүмер ҡиссалары" кеүек китаптар авторы.

Сығанаҡ: Башҡорт Википедияһы

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас