Яңылыҡ
16 Сентября 2021, 05:50

Бына исмаһам ҡабаҡ!

Баҡсасы былтыр - 200, ә быйыл 411 кг ауырлыҡтағы ҡабаҡ үҫтергән.

Бына исмаһам ҡабаҡ!Бына исмаһам ҡабаҡ!
Бына исмаһам ҡабаҡ!

Күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәгән Георгий Крюков үҙенең баҡсаһында ошондай ҙур ҡабаҡ үҫтереүгә өлгәшкән. Ул был шөғөл менән күптән булыша икән. Былтырғы ҡабағы 200 кг-ға еткәс, Евгений быйыл шул уҡ "Атлантический гигант" сортын сәсһә лә, уны үҫтереү ысулын үҙгәрткән - теплицаға сәскән. Әйткәндәй, ҡабаҡ әле лә үҫеүен дауам итә. Миҙгел тамамланыуға ул ярты тоннаға етер тип өмөтләнә баҡсасы.

Сығанаҡ: RIA56:
https://ria56.ru/posts/zhitel-orenburga-vyrastil-tykvu-vesom-bolee-400-kilogrammov.htm

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас