Яңылыҡ
20 Сентябрь 2021, 12:27

Банкоматта онотолоп ҡалған аҡсаны алғаны өсөн, уға биш йыл төрмә янай

46 йәшлек ир быны күҙ алдына ла килтерә алмаған

Банкоматта онотолоп ҡалған аҡсаны алғаны өсөн, уға  биш йыл төрмә янайБанкоматта онотолоп ҡалған аҡсаны алғаны өсөн, уға  биш йыл төрмә янай
Банкоматта онотолоп ҡалған аҡсаны алғаны өсөн, уға биш йыл төрмә янай

Был хәл Орел ҡалаһында булған. Бер ир банк картаһына аҡса һалырға банкоматҡа бара. 20 мең һумды һала ла, аҡса күсеү тураһында иҫкәртеүҙе көтөп тормай, китә. Баҡтиһәң, банкомат аҡсаны ҡабул итмәй, кире сығарған.

Ул аҡсаларҙы сиратта торған ир үҙенә ала. Был хәл камераға эләгә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре аҡсаны алған ирҙе таба. Был 46 йәшлек иргә 5 йылға иректән мәхрүм ителеү янай.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас