Яңылыҡ
20 Сентября 2021, 04:35

Башҡортостанда ниндәй эштә иң юғары эш хаҡы түләйҙәр?

Hh.ru эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса онлайн-платформаның тикшереү хеҙмәте 21 меңдән ашыу вакансияны тикшергәндән һуң, кемдәргә республикала иң юғары эш ваҡы түләйҙәр икәнлеген асыҡлаған.  

Башҡортостанда ниндәй эштә иң юғары эш хаҡы түләйҙәр?Башҡортостанда ниндәй эштә иң юғары эш хаҡы түләйҙәр?
Башҡортостанда ниндәй эштә иң юғары эш хаҡы түләйҙәр?

Аналитиктар август айы буйынса мәғлүмәттәргә таянған.

Баҡтиһәң, иң юғары эш хаҡын "Төҙөлөш, күсемһеҙ милек" сфераһы вәкилдәренә түләгәндәр, айына 60 мең һумдан ашыу. Шулай уҡ яҡшы эш хаҡын сеймал сығарыусыларға (добытчики сырья) тәҡдим иткәндәр - 59,6 мең һум. Өсөнсө урында "Эшсе персонал" тармағы тора. Уның вәкилдәре айына 55,9 мең һум эшләй алғән. Артабанғы урынды "Автомобиль бизнесы" (54,9 мең һум) һәм "Юғары менеджмент" (54,1 мең һум) биләй.

Үткән айҙа иң әҙ эш хаҡын "Фән, мәғариф" өлкәһе белгестәренә тәҡдим иткәндәр. Улар 34,5 мең һум ала алған. Уларҙан саҡ ҡына юғарыраҡ "Сәнәғәт, күңел асыу һәм медиа" вәкилдәре - 35,3 мең һумға дәғүә итә алған. Был исемлектең өсөнөсө урынында бухгалтерҙар тора. Уларға 35,7 мең һум тәҡдим иткәндәр.

Аналитиктар билдәләүенсә, республикала уртаса эш хаҡы 45,47 мең һумға тигеҙ. Рәсәй буйынса - 49,3 мең һум.

 

 

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас