

Башҡортостанда 5, 6, 7, 8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр.
Эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алғанда, дистанцион форматҡа уҡыусылар яҡын көндәрҙә, әлегә билдәле булыуынса, ике аҙнаға күсергә мәжбүр.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, һуңғы бер нисә аҙнала Башҡортостанда ковид менән ауырыу юғары кимәлдә тора - тәүлегенә 300-ҙән ашыу сирле асыҡлана. Шулай уҡ вакциналаныуҙың күрһәткесе төшкән.