

Башҡортостан Республикаһы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы бойороғона ярашлы, быйыл 20 сентябрҙән 1 октябргә тиклем “Прицеп” шартлы исеме аҫтында юридик һәм физик берәмектәр ҡарамағындағы тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу йәһәтенән ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ун көнлөк үтә.
Сара тракторҙарҙы, үҙ йөрөшлө, юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарҙы һәм ҡоролмаларҙы эксплуатациялауҙа ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәмәү осраҡтарын асыҡлауҙы, бындай боҙоҡлоҡтарҙы сикләүҙе, шулай уҡ теркәлмәгән техникаларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Райондың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан “Прицеп” операцияһы әһәмиәтле үтеүен тәьмин итеү һәм эксплуатацияланған техникаларҙы тикшереүҙе тулыраҡ башҡарыу өсөн хәрәкәт маршруты төҙөлдө.
Шулай итеп, үҙ йөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау өсөн яуаплы булған техника хужаларына, вазифалы кешеләргә был машиналарҙы юлға йәки линияға сығарғанда уларҙың техник торошона, ҡануниәт тарафынан талап ителгән бөтә документтарҙың да булыуына айырыуса иғтибар итергә кәрәк.